вторник, 10 апреля 2012 г.

Польшала һәм Рәсәйҙә Смоленск фажиғәһе ҡорбандарын иҫкә алалар.




Шишәмбе көн Рәсәйҙә һәм Польшала Смоленск фажиғәһенең ике йыллығын билдәләп үттеләр. Варшава зыяратында үткән матәм тантанаһында Польша президенты Бронислав Комаровский һәм башҡа власть вәкилдәре ҡатнашты. Исемдәрен берәм- берәм атап һәм бер минутҡа тын ҡалып, йыйылған халыҡ һәләк булғандарҙы иҫкә алды.
Смоленск янында ла рәсми тантана уҙҙы, унда Польша делегацияһы ла булды.
Һәләкәттә вафат булған президент Лех Качиньскийҙың игеҙәге Ярослав Качиньский етәкселегендәге уң поляк оппозицияһы рәсми сараларға бойкот иғлан итте һәм Варшавалағы президент һарайы алдында үҙенең айырым матәм митингыһын үткәрҙе.
Оппозиция уйынса, Польша властары һәләкәттең сәбәптәрен тейешенсә тикшермәгән. Улар ғәйепте Рәсәйгә ауҙара, хатта быны сәйәси маҡсат менән эшләнгән эш, тип иҫәпләй.
2010 йылдың 10 апрелендә бортында ҡатыны Мария менән Польша президенты Лех Качиньский һәм башҡа Польша элитаһы вәкилдәре булған самолет һәләкәткә осрай. 96 кешенең береһе лә иҫән ҡалмай.





Комментариев нет:

Отправить комментарий