вторник, 10 апреля 2012 г.

Бейрутта Сүриә сигендә үлтерелгән операторҙы ерләнеләр.




Шишәмбе көн Бейрутта Сүриә сигендә үлтерелгән  Ливан телеоператоры Али Шаабанды ерләнеләр. Мәрхүмдең кәүҙәһе һалынған табутты үҙе эшләгән “Әл-Йәдид” телеканалы бинаһына, аҙаҡ өйөнә алып килделәр. Уны һуңғы юлға оҙатырға килеүселәр матәм кортежы юлын сәскә таждарына күмде.

32 йәшлек Али Шаабан дүшәмбе көн  Ливандың Сүриә менән сиктәш төньяғында, Вәли Халид районында барған атышҡа эләгеп һәләк булған. Уның ике иптәше тән йәрәхәттәре алған. Әл- Йәдид телеканалының кино төшөрөү төркөмө Вәли Халидҡа сик буйында Сүриә армияһы һәм баш күтәреүселәр араһында барған аяуһыҙ алыш хаҡында ишетеп килгән.

Шаһиттар әйтеүенсә, журналистарҙың машинаһына Сүриә яғынан атҡандар. Дамасктағы дәүләттең киң мәғлүмәт саралары, был ваҡиғаға аңлатма биреп, шулай тип хәбәр итте: Ливан кино төшөрөү төркөмө, хөкүмәт ғәскәрҙәре ҡораллы террористар һөжүмен кире ҡаҡҡанда, ике ут араһында ҡалған. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий