четверг, 12 апреля 2012 г.

Цунами ҡурҡынысы халыҡ араһында паника тыуҙырҙы.




Индонезиялағы ҡеүәтле ер тетрәү, цунами ҡурҡынысы хаҡындағы хәбәрҙәр Һинд океаны бассейны илдәре халыҡтарында паника тыуҙырҙы. 8 йыл элек ғәләмәт ҙур тулҡын 30 мең кешенең ғүмерен ҡыйған Шри- Ланкала властар халыҡҡа утрау уртаһынараҡ, яр буйынан кәмендә бер саҡрым алыҫлыҡҡа күсенергә тәҡдим итте.
“Цунами беҙ йәшәгән ерҙән үтәсәк тигәнгә йүгереп килдек бында. 2004 йылда уның арҡаһында беҙ бөтә мөлкәтебеҙҙе юғалттыҡ. Цунами хаҡында иғлан итеү менән беҙ китергә тырышабыҙ.”
Индонезияның Ачех провинцияһы баш ҡалаһы халҡы ер аҫты тетрәүен бигерәк тә ныҡ тойған. Кешеләр өйҙәренән йүгереп сығып, яр буйҙарынан өҫкәрәк йүгергән.
“Балам йоҡлай ине. Ҡыҙымды тиҙ генә эләктереп алдым да сығып йүгерҙем. Әйбер- фәлән алыу ҡайғыһы булманы. Иремде урамда осраттым.”
Ачехҡа ҡотҡарыусылар төркөмө ебәрелде, ә полиция паника тыуҙырмайынса, халыҡты ойошҡан рәүештә күсерергә тырышты.
2004 йылда Ачех провинцияһында тәбиғәт ҡазаһы 170 мең кешенең ғүмерен өҙҙө. Цунами һөҙөмтәһендә 13 илдә 230 меңдән ашыу кеше һәләк булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий