четверг, 12 апреля 2012 г.

Перу: 9 тау сәнәғәте эшсеһе ҡотҡарылды.




Перуҙа емерелгән шахтала аҙна буйы интеккән 9 таусы шаршамбы көн ер өҫтөнә күтәртелде. Емерелеү, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, баҡыр табыуҙы еңеләйтеү өсөн, таусыларҙың шартлатҡыс ҡулланыуы арҡаһында килеп сыҡҡан. Таусылар 200 метр тәрәнлектә бүленеп ҡалған. 6 көн буйы махсус ең аша уларға кислород, һауа, аҙыҡ- түлек оҙатып торғандар.
Ҡотҡарылған шахтерҙарҙы туғандары, Перу президенты Ольянта Умала ҡаршы алды.

“Таусыларҙың күбеһе һыуһыҙлыҡтан йонсоған, һаулыҡ мәьәләһендә башҡа проблемалар ҙа бар. Әммә иң мөһиме шул: беҙ уларҙы ҡотҡара алдыҡ, аҙағы хәйерле бөттө. Был хәл легаль булмаған шахтерҙарҙы хөкүмәт тарафынан рәсми таныуҙы тиҙләтәсәк.”

Ҡотолғандарҙың барыһы ла  рәсми рәүештә 80 йылдарҙа уҡ файҙаланыуҙан сығарылған рудникта кустарь ысул менән баҡыр һәм алтын табыуҙа эшләгән. Рудник ғәмәлдән сығарылһа ла, эштәр унда туҡтатылмаған. Законһыҙ рәүештә баҡыр һәм башҡа металдарҙы табыу- Перу өсөн ғәҙәти күренеш, килемле шөғөл, ләкин шахтерҙар өсөн түгел.

Комментариев нет:

Отправить комментарий