Перуҙың көньяғында ҡотҡарыусылар һәләкәт булған урынға
етеп килә: 200 метр тәрәнлектә ер аҫтында бүленеп ҡалған шахтерҙар
ҡотҡарыусыларҙы көтә. Ер аҫты әсилегендә улар 5 көн үткәрҙе.Ҡотҡарыу эштәре бер
аҙға туҡтатылып торҙо- шәмбе көн шахтала йәнә емерелеүҙәр булды. Таусыларҙы яҡын
сәғәттәрҙә ер өҫтөнә күтәрә алырҙар тигән өмөт бар. Һәләкәт булған урынға Перу
президенты Ольянта Умала килде.
“Төрлө компанияларҙың ҡотҡарыусылары шахтерҙар янына
үтеп инеү өсөн бөтәһен дә эшләй. Шахталағы проблемалар арҡаһында, ҡотҡарыу
ваҡыты бер аҙ кисектерелде. Ҡорбандар булмаһын өсөн, хәүефһеҙлек сараларын
күрергә кәрәк ине,-”ти Умала.
Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, шахталағы емерелеү
шахтерҙарҙың шартлатҡыстар ҡулланыуы арҡаһында килеп сыҡҡан. 5 көн дауамында
шахтаға махсус шланг буйынса һыу, аҙыҡ төшөргәндәр, таусыларҙы кислород менән
тәьмин итеп торғандар. Хәбәр итеүҙәренсә, бөтә таусылар ҙа үҙҙәрен арыу тоя.
Комментариев нет:
Отправить комментарий