понедельник, 23 апреля 2012 г.

Бахрейнда оппозиция активисы һәм инглиз журналистары ҡулға алынған.




Йома көн  euronewsҡа интервью биргән оппозиция активисы Хала Шехаби һәм Британияның “Channel 4” кино төшөрөү төркөмө йәкшәмбе көн Бахрейнда уҙған “Формула 1”уҙышында ҡулға алынды. Бер нисә сәғәттән улар иреккә сығарылды, журналистар Лондонға депортацияланды. Ҡулға алыуҙың сәбәбе- кино төшөрөү өсөн рөхсәт булмауҙа: короллек властары аккредитацияны спорт күҙәтеүселәренә генә биргән.

“Формулы-1”ярыштары урамдарҙағы тәртипһеҙлектәр һәм манифестацияла ҡатнашыусыларҙың полиция менән аяуһыҙ бәрелештәре фонында барҙы. Һөҙөмтәлә, бер кеше һәләк булды, тиҫтәләгәне яраланды.

Ярыштың ойоштороусыһы һәм бағыусыһы- король ғаиләһе ағзалары. Был сара арҡаһында бөтә донъяның иғтибары Бахрейнға төбәлгән. Демократик азатлыҡтар, реформалар үткәреүҙе һәм кеше хоҡуҡтарын үтәүҙе талап иткән оппозиция бының менән файҙаланып ҡалмаҡсы булған.

Демонстрациялар йылдан ашыу дауам итә. Бынан алдағы ярыштар хәүефһеҙлек маҡсаттарынан сығып үткәрелмәгәйне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий