вторник, 24 апреля 2012 г.

Брейвик ҡорбандарын тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап һайлаған.




77 кешене һәләк иткән енәйәтсе “һулдар һымаҡ күренгәндәрҙе’’үлтергән. Был хаҡта Брейвик судтың алтынсы көнөндә белдергән. Уның һүҙҙәре буйынса, ул “марксистарҙы айырып алырға”тырышҡан һәм хаталыҡ менән ҡул аҫтына эләккәндәрҙән ғәфү үтенә.

Психик торошо хаҡында психиаторҙар уртаҡ фекергә килә алмаған “Норвегия атыусыһы”башҡарған эштәренә үкенмәй һәм шул уҡ енәйәтте йәнә ҡабатларға әҙер.

Адриан Прасон иҫән ҡалған, сөнки Брейвик уны “уңдарға”индергән һәм атмаған.
“Бөтә ғиллә тышҡы ҡиәфәттә тип уйлау- күңелле хәл түгел. Башҡалар һәләк булды, ә һин тышҡы ҡиәфәтеңде шулай баһалағаны өсөн генә иҫән ҡалдың,-”ти Адриан.

Аҙна буйы барған суд барышында Брейвик әүҙем рәүештә, Ослола хөкүмәт бинаһы янындағы терактты ентекле һүрәтләп, мәғлүмәттәр бирҙе. Ул саҡта 8 кеше һәләк булғайны. Аҙаҡ Брейвик, полицейский формаһы кейеп, Утёйя утрауына килә һәм идара итеүсе фирҡәнең йәштәр лагерында 69 кешене, күбеһенсә йәштәрҙе атып үлтерә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий