Ядро энергияһын
файҙаланыуға ҡаршы япондар аслыҡ иғлан итте. Бер нисә тиҫтә кеше ошо рәүешле
хөкүмәттең “Оои”атом электр станцияһындағы ике реакторҙы эшләтергә йыйыныуы менән үҙҙәренең килешмәүен белдерергә тырыша.
“Ядро өлкәһендәге
ваҡиғалар өсөн мин үҙемде яуаплы тоям, сөнки элек атом һөжүмен туҡтатыу өсөн
бер нәмә лә эшләмәнем. Хәҙер был минең тормошомдағы иң мөһим алыш,-”ти акцияла
ҡатнашыусыларҙың береһе.
“Фукусималағы һәләкәт
һуңғыһы булыуын теләйем. Юғиһә Япония һәләк буласаҡ,-”ти акцияла ҡатнашыусы
икенсе берәү.
“Оои”АЭС-ы Фукуи
префектураһында, Японияның ҙурлығы буйынса икенсе урында торған ҡалаһы Осаканан
100 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Реакторҙарҙы ҡайтанан ебәреү тураһындағы
ҡарарҙы хөкүмәт стресс- тест һөҙөмтәләренә нигеҙләнеп ҡабул иткән. Урындағы
властар был аҙымды бик үк хуплап бөтмәй.
Осаки
мэры Тору Хашимото:
“Ядро хәүефһеҙлеге
буйынса комиссия Оои заводындағы ике реакторҙың ышаныслымы, түгелме икәнлегенә
аныҡ ҡына яуап бирә алмай, сөнки ике реактор ҙа әле эшләмәй. Чиновниктарҙың
нимәгә ҡарап хәүефле йәки хәүефһеҙ мисәте һуғыуҙары аңлашылып бөтмәй”.
Илдәге 54 атом
реакторының әле береһе генә эшләй, тик ул да май башында профилактикаға
туҡтатылырға тейеш. “Фукусима”АЭСындағы һәләкәттән бирле туҡтатылған
реакторҙарҙың береһе лә яңынан эш башламаған. Илдә электр энергияһының етешмәүе
ике реакторҙы эшкә ебәрергә мәжбүр итә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий