среда, 25 апреля 2012 г.

Туҡмауҙарға ҡаршылыҡ белдереп, Тимошенко аслыҡ иғлан итте.




Украинаның элекке премьеры Юлия Тимошенко 5 көн буйы ашауҙан баш тарта. Сәйәсмәндең адвокаттары һөйләүе буйынса, уны колониянан хәстәханаға алып барыусы һаҡсылар туҡмаған. Һуңғы көндәрҙә ҡурғаусылар Тимошенко менән бер нисек тә осраша алмаған, тик шишәмбе көн генә уның яҙма ғаризаһын алғандар һәм уны журналистар алдында уҡынылар:
“Өс әзмәүерҙәй ир минең карауатым янына килде, өҫтөмә йоҡа юрған ташлап, көс ҡулланып мине карауаттан өҫтөрәй башланы. Улар, минең ҡулдарымды, аяҡтарымды шаҡарып, юрғанға һалды һәм  ошо килеш урамға алып сығып китте. Һуңғы минуттарым етте, ахыры, тип уйланым хатта.”
Адвокаттарҙың һөйләүенсә, элекке премьерҙың бөтә тәне күк менән ҡапланған, эсендә лә ҙур күк.
Киев урамдарынан үтеүселәр сәйәсмәндең яҙмышына һәм аслыҡ иғлан итеүенең сәбәптәренә битараф ҡалды.
“Ул үҙен шулай тоторға тейеш, тип уйлай. Моғайын, үҙенә иғтибар йәлеп итергә уйлайҙыр.”
Әйҙә, асыға бирһен...

Комментариев нет:

Отправить комментарий