понедельник, 16 апреля 2012 г.

Норвегияның төп террорисы өҫтөнән суд башланды.




Ослола Норвегия тарихында иң ҙур теракт яһаған Андрес Брейвик эше бөгөн судта ҡарала. Суд залына ингәс, Андрес  ҡулы менән үҙенең фекерҙәштәрен сәләмләне.

Бер йыл элек Брейвик ҡала үҙәгендә бомба шартлатты, ә аҙаҡ Утёйя утрауында йәштәр лагерында ял итеүселәрҙе атты. Ул 77 кешенең ғүмерен ҡыйыуҙа ғәйепләнә.

Процестың тәүге көндәрендә уға үҙ ҡылығының сәбәптәрен аңлатырға мөмкинлек биреләсәк. Күптәр, был кеше үлтереүсе ултырышты фарсҡа әйләндерәсәк һәм процесты үҙ идеяларын таратыу өсөн файҙаланасаҡ, тип хәүефләнә.

Суд тәүге нәүбәттә шуны асыҡларға тейеш: Брейвик үҙ аҡылындамы. Ике экспертиза үткәрелде. Беренсеһендә уны психик йәһәттән һау түгел тип тапһалар, икенсе экспертиза бер ниндәй ҙә ауырыу тапманы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий