Кабулда һәм уның тирәһендә талиптар менән тәүлек буйы
барған һуғыштар туҡталды. Афған хәрбиҙәре еңеү билдәһе итеп һауаға атты.
Власть вәкилдәре операцияның тамамланыуы хаҡында һөйләй:
”Һөжүм итеүселәр юҡ ителде, афған полицияһы ваҡиғаларҙы
үҙ контроле аҫтына алды, тәртип урынлаштырылды.”
Кабул урамдарын көсәйтелгән патрулдәр һаҡлай. Рәсми
мәғлүмәттәр буйынса, 36 боевик юҡ ителгән, берәүһе әсирлеккә алынған. Афған хәрбиҙәренең
8-е һәләк булған, 15-е яраланған.
“Яҙғы һөжүм”барышында “Талибан”хәрәкәте боевиктары ял
көндәрендә илселек вәкәләтлектәре биналарына, президент һарайы эргәһендәге
ҡунаҡхана комплексына, халыҡ- ара НАТО көстәренең штаб-фатирына һәм БМО миссияһына
һөжүм ойошторған. Шулай уҡ ял көнө Джалалабад ҡалаһында урынлашҡан аэродром һәм
Афғанстан хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе Халыҡ- ара көстәрҙең хәрби базаһы ла
һөжүмгә дусар булған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий