понедельник, 16 апреля 2012 г.

Ким Чен Ын Төньяҡ Кореяға үҙгәрештәр алып килерме?


Төньяҡ Кореяның йәш лидеры Ким Чен Ын тәүге тапҡыр халыҡ алдында сығыш яһаны. КХДР-ға нигеҙ һалыусы Ким Ир Сендың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған уның телмәре 20 минут дауам итте. “Бөйөк вариҫ” атамаһын алған Ким Чен Ын бөйөк ата- бабалар юлы менән барырға вәғәҙә итте һәм “хәрби йоҙроҡ”то нығытырға саҡырҙы. Ул үҙен атаһы кеүек тотманы, генералдар менән йылмайып, шаярып һөйләште.

“Ким Чен Ын, моғайын, атаһына ҡарағанда асығыраҡ, халыҡҡа яҡыныраҡ булыр. Телмәренә килгәндә, ул Ким Сен Ир һөйләгәндәрҙе һөйләне. Йыл һайын бер үк нәмәләр ҡабатлана бит инде. Уның 20 минут буйы һөйләгән хәбәре атаһының телмәренән бер һөйләм менән генә айырылды. Бынын тыш улар ракета осороу уңышһыҙ тамамланыуын халыҡҡа еткерергә булдылар. Дөрөҫ, ул, ракета диңгеҙгә ҡолап, бер нисә сәғәт үткәс кенә эшләнде. Шулай ҙа хәбәрҙе йомоп ҡалманылар. Ким Чен Ир заманында быға юл ҡуйылмаҫ ине,-”тип һөйләй АВС хәбәрсеһе Боб Вудрафф.

Армия һәм халыҡ яңы лидерға алҡыштар менән яуап бирҙе һәм ул алҡыштар телмәр алған ваҡыттан кәм булманы. Хәрби парадта Төньяҡ Корея Көньяҡ Корея һәм Америка белгестәре урта радиуслы яңы баллистик ракета тип нарыҡлаған ракетаны күрһәттеләр.



Комментариев нет:

Отправить комментарий