Аргентина властарының,YPF
нефть компанияһын дәүләт милкенә күсерергә ниәтләүен
хуплап, йөҙҙәрсә кеше Буэнос- Айрестың төп майҙанына сыҡты.
Әле ул Испанияның Repsol компанияһы ҡулында. Аргентина
хөкүмәте уның эшмәкәрлеген бер нисә тапҡыр тәнҡитләгәйне. Манифестацияла ҡатнашыусылар,
флагтар болғай- болғай, президенттың
эшмәкәрлеген хуплап, лозунгылар ҡысҡырҙылар.
“Беҙ илебеҙҙең бер өлөшөн ҡайтарабыҙ. YPF аргентиналылар
өсөн ҙур мәғәнәгә эйә. Ул да беҙҙең суверенлығыбыҙҙың бер өлөшө. Ул беҙҙең
иҡтисади бойондороҡһоҙлоғобоҙ символы”.
YPF компанияһын
дәүләт милкенә күсереү хаҡында хәбәр донъяның нефть индустрияһын шаҡ ҡатырҙы.
Әммә күп аргентиналылар президенттарының эшмәкәрлеген үҙенә күрә бер революция
кеүегерәк ҡабул итте.
Закон проектын
президент фирҡәһе контролдә тотҡан парламент раҫларға тейеш.
Комментариев нет:
Отправить комментарий