вторник, 17 апреля 2012 г.

Брейвик үҙ фильмын күргәс кенә иланы.




Андрес Брейвик теракт эшләүен танмай, әммә үҙен ғәйепле тип иҫәпләмәй- ошо рәүешле хәҙерге заман Норвегия тарихында бығаса күрелмәгән ваҡиға буйынса суд эшенең тәүге көнөнә һығымта яһарға мөмкин. Ултырыш ваҡытында үтә уң идеялар яҡлы енәйәтсенең Утёйя утрауында йәштәрҙе атып үлтергән ҡоралы күрһәтелде, уның һөжүме ентекләп һөйләп бирелде.
Брейвик үҙен уғата тыныс тотто, исламға ҡаршы үҙенең пропаганда рәүешендәге видеоролигы күрһәтелгәндә генә илап ебәрҙе.

“Ғәйепләү акты уҡылғанда, сәғәт ярым буйы ул башҡарған ҡот осҡос нәмәләр хаҡында һүҙ барғанда, ул битараф ултырҙы, ә үҙенең фильмын күрһәткәндә илап ебәрҙе. Бына шундай бәндә инде ул: ул үҙе өсөн көйөнә, ә ҡорбандарын йәлләмәй,- ”ти зыян күреүселәрҙең адвокаты.

Ослолағы суд ултырышы ҙур хәүефһеҙлек саралары ҡулланып, күп халыҡ ҡатнашлығында уҙҙы.

“Cәйәси ҡараштарға нигеҙләнгән ысын фажиғә был- донъя уны күрә һәм ниңә икәнен аңлай. Бындай идеялар күп илдәрҙә популяр, шуға күрә беҙ уларға ҡаршы көрәшергә, экстремистарҙың эшмәкәрлегенә ҡаршы торорға тейеш,-”ти утрауҙағы атыш ваҡытында мөғжизә менән генә иҫән ҡалған Бьерн Илер.

Уҙған йылдың 22 июлендә Норвегия эшселәр фирҡәһенең йәштәр лагерына Брейвиктың һөжүме арҡаһында 69 кеше һәләк булды. Утёйя утрауында һәм Ослолағы хөкүмәт бинаһы янындағы терактта йәмғеһе 77 кеше һәләк булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий