вторник, 17 апреля 2012 г.

Испания, YPF компанияһын дәүләт милкенә күсереүе өсөн, Аргентинаға ҡаты яуап вәғәҙә итә.




Испанияның  Repsol компанияһы халыҡ- ара арбитраж суды аша,  Repsol компанияһының “ҡыҙы”булып торған ҙур YPF нефть компанияһын дәүләт милкенә күсереү сәбәпле, Аргентинанан компенсация талап итмәксе. Хәбәр итеүҙәренсә, компенсацияның күләме 8 миллиард евроға барып баҫыуы ихтимал.

Аргентинаның YPF компанияһын үҙ ҡул аҫтына алырға ниәтләүен Испания властары ризаһыҙлыҡ менән ҡабул итте. Сәнәғәт, энергетика һәм туризм министры Хосе Мануэль Сория бына нимә тине:

“Аргентина властарының дошмандарса эшмәкәрлегенә хөкүмәт яуап бирәсәк. Дипломатия, сауҙа, сәнәғәт һәм энергетика өлкәһендә бының эҙемтәләре буласаҡ.”

Repsol үҙенең белдереүендә Аргентина хөкүмәтенең ҡарарын “законһыҙ һәм дискриминацион”тип атаны.

YPF компанияһын дәүләт милкенә күсереү хаҡындағы закон проектын Аргентина парламентына президент Кристина Фернандес де Киршнер индерҙе.

Биржаларҙа YPF компанияһы акциялары ҡырҡа түбәнәйҙе. Әлеге мәлдә Repsol Аргентина компанияһы акцияларының 57 процентына эйә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий