четверг, 19 апреля 2012 г.

Брейвик: “Мине аҡлағыҙ йәки үлемгә хөкөм итегеҙ.”




 Андрес Брейвик судта уның өсөн ғәҙел хөкөмдөң йә үлем язаһы, йә аҡлау булыуы хаҡында белдерҙе. Норвегияла үлем язаһы тыйылған, шуға күрә 33 йәшлек террорисҡа янаған иң ҙур яза, әгәр уны үҙ аҡылында тип тапһалар,- 21 йылға төрмәгә ултыртыу. Уҙған йылдың йәйендә 77 кешенең башына еткән Брейвик бындай хөкөмдө үҙе өсөн ҡыҙғаныс тип атаны. Әгәр уны аҡыл йәһәтенән тулы түгел тип тапһалар һәм психиатрия дауаханаһына оҙатһалар, хөкөм ителеүсенең һүҙҙәре буйынса, был “үлемдән дә яманыраҡ буласаҡ.”
Бөгөнгө ултырыш барышында судьялар шуны асыҡларға маташты: Брейвик яңғыҙ эш иткәнме, әллә уның енәйәттәштәре булғанмы. Һорауҙар уның Лондонға, Либерияға барыуына ҡағылышлы булды, унда, Брейвик, үҙенең һүҙҙәре буйынса, фекерҙәштәре менән аралашҡан. Прокурорҙың уйынса, Брейвик үҙ аллы эш иткән: “Ул һүрәтләгән енәйәтсел селтәрҙең булыуына ышанмайбыҙ. Суд был турала үҙ фекерен әйтәсәк әле.”
Брейвиктың енәйәттәш иптәштәре булмаған хәлдә лә, уның ҡараштары менән килешеүселәр бар. Лондонда үткән демонстрация шул хаҡта һөйләй: “Ул дөрөҫ һүҙҙәр һөйләне, тик ул башҡарған эштәр- ҡот осҡос.”
Андрес Брейвик судта үҙенең тамплиерҙар рыцарь ордены ағзаһы булыуын да белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий