четверг, 19 апреля 2012 г.

Король филде үлтергәне өсөн ғәфү үтенде.




Испания короле Хуан Карлос I  Ботсванала филдәргә һунар итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн ғәфү үтенде. Уның Африкаға ял итергә барыуын йәмәғәтселектән йәшергәндәр, әммә сәфәр ваҡытында король тән йәрәхәте алған һәм дауаханаға оҙатылған, шул рәүешле сер асылған.

“Мин ғәфү үтенәм,-’ти король.-Мин хата эшләнем, әммә был башҡаса ҡабатланмаясаҡ.

Ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары билдәләүенсә, король халҡы алдында тәүге таҡыр ғәфү үтенә. Был аҙымды ул, әлбиттә, король һунары хаҡында хәбәрҙәрҙе Испания халҡы тәнҡит менән ҡабул иткәндән һуң эшләй. Иҡтисади көрсөк хәлендәге илдә королдең шул рәүешле аҡса туҙҙырыуы кешеләрҙең асыуын шул ҡәҙәр ҡабартты, хатта ҡайһы берәүҙәр монархияның легитимлығы мәсьәләһен күтәреп сыҡты:

”Диктатуранан демократияға күскән мәлдә был мөмкин ине, тик хәҙерге быуатта, етмәһә әлеге ауыр хәлдә бер нәмәгә лә кәрәкмәй ул. Миңә үҙебеҙҙең илебеҙ өсөн оят”.

Был фекер менән барыһы ла риза түгел: 

“Урта быуаттарҙан алып королдәр ауға йөрөргә яратты. Республика урынлаштырыу өсөн был ғына сәбәп була алмай. Республика заманында Испанияла граждандар һуғышы ҡотороп китте.”

Тәбиғәт һағында тороусылар королде Бөтә донъя тәбиғәт фондының ( WWF) испан бүлеге рәйесе вазифаһынан бушатыуҙы талап итте. Африка филе- Ҡыҙыл китапҡа индерелгән һәм юғалыу алдында торған төр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий