Шаршамбы көн “Лос-Анджелес таймс”үҙ- үҙҙәрен
үлемгә дусар иткән боевиктарҙың тән өлөштәре янында төшкән Афғанстандағы АҠШ
хәбиҙәре фотоларын баҫтырып сығарҙы. Редакцияның белдереүе буйынса, ике йыл элек
эшләнгән 18 фотоны уларға 82- се һауа- десант дивизияһы һалдаты тапшырған. Пентагондың
ҡаршы килеүенә ҡарамаҫтан, гәзит етәкселеге уларҙы баҫтырып сығарырға булған.
Брюсселдәге НАТО
советы ултырышында ҡатнашҡан оборона министры Леон Панетта был яңылыҡты шулай
тип ҡабул итте:
“Фотолар иҫбатлап
торған бындай ҡылыҡ, һис шикһеҙ, уставты һәм, иң мөһиме, нигеҙ булып тороусы
ҡиммәттәребеҙҙе боҙоу ул. Әммә был Афғанстанда хеҙмәт иткән униформалағы бөтә
ирҙәр һәм ҡатындар шундай тигән һүҙ түгел.”
Үҙ сиратында АҠШ
президенты фотоларҙың пәйҙә булыуын тикшерергә кәрәк тип бара һәм һүрәттәге
һалдаттарҙың тәртибен”ғәйепләүгә лайыҡ” тип иҫәпләй.
Был тәүге генә йәмһеҙ
ваҡиға түгел. Ғинуарҙа диңгеҙ пехотаһы һалдаттарының үле талиптар кәүҙәләренә эш
бөтөрөп торғандарын һүрәтләүсе видео донъя күргәйне. Февралдә Баграм
авибазаһында дини йөкмәткеле китаптар, шул иҫәптән бер нисә Көрьән яндырылды. Былар
барыһы ла ҡаршылыҡ акцияларының башланып китеүенә сәбәпсе булды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий