четверг, 19 апреля 2012 г.

Һиндостан яңы баллистик ракетаһын һынаны.




Һиндостан яңы“Агни-5” баллистик ракетаһын уңышлы һынаны. Ул Бенгаль ҡултығындағы Уилер полигонынан осоролдо. Һүрәттә күренгәнсә, 17 метрлы 50 тонналыҡ ракета күккә атылды. Осош алыҫлығы- 5 000 километр- Ҡытайҙағы йәки Көнсығыш Европалағы сәпкә тигеҙергә һәләтле. Тоннаға ҡәҙәр ядро боеголовкаһын тейәп осорға һәләтле.
Донъя йәмәғәтселеге был ваҡиғаға битараф ҡалды. Пекин, мәҫәлән, “Ҡытай һәм Һиндостан- дуҫтар, дошмандар түгел”тип, уны бик тыныс ҡабул итте; һинд властары фән һәм техника өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары хаҡында иғлан итте. Һиндостандың премьер- министры Манмохан Сингх бына нимә һөйләй:
“Киләсәктә беҙҙең ғалимдарыбыҙ һәм инженерҙарыбыҙ илебеҙҙең үҙ- үҙен  яҡлай алыуына һәм тормоштоң башҡа өлкәләренә тағы ла ҙурыраҡ өлөш индерер тип, ысын күңелдән өмөтләнәм.”
Һиндостан рәсми рәүештә ядро ҡоралы барлығын 12 йыл элек таныны. Унан башҡа “ядро клубы”на Рәсәй, АҠШ, Бөйөк Британия, Франция, Ҡытай, Пакистан, КХДР һәм йәшерен рәүештә Израиль инә.
Ракета ҡоралланыуға индереү өсөн 2-3 йылдан әҙер буласаҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий