Төркиәлә ғәрәсәт
ҡоторона. Тиҙлеге сәғәтенә 120 километрға еткән ел- дауыл илдең көнбайыш һәм
үҙәк райондарына ябырылды. Ул өй ҡыйыҡтарын алып ырғытты, витриналарҙы ватты,
сауҙа рәттәрен алып быраҡтырҙы. Стамбул, Анкара һәм Измир аэропорттарында 43 рейс
туҡтатылған. Босфор һәм Мәрмәр диңгеҙҙәр аша борамдар йөрөмәй, балыҡсыларҙың тиҫтәләгән
шхуналарын дауыл алып киткән.
Ҡайһы бер райондарға
ел ҡом бураны алып килгән, был юлдарҙа күп һанлы һәләкәттәргә алып килгән. 5
кеше һәләк булған, тиҫтәләгәне тән йәрәхәттәре алған.
Әйтергә кәрәк,
синоптиктарҙың күҙаллауҙары ҡыуаныслы түгел. Ел- дауыл, ҡойма ямғырҙар Төркиәлә
шәмбегә ҡәҙәр ҡоторасаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий