суббота, 21 апреля 2012 г.

Марек Хальтер: “демократияны мылтыҡ көбәктәрендә килтермәйҙәр.”




 Француз яҙыусыһы Марек Хальтерҙың китаптары, моғайын, донъяның бөтә телдәренә лә тәржемә ителгәндер. Хальтер йәһүд ғаиләһендә Польшала тыуған, Варшава геттоһынан СССР-ға ҡасҡан, эвакуацияны үткәргән, Польшаға ҡайтҡан һәм Францияға күскән. Ул бик күп совет диссиденттарына һәм интеллектуалдарына ярҙам иткән, донъяның күренекле кешеләре менән таныш.
“Евроньюс”: Бер нисә йыл элек һеҙ “Мин асыулы уяндым”тигән китап яҙҙығыҙ. Бөгөн нимә һеҙҙең асыуығыҙға тейә?
МХ: Асыуыма тейерлек әйберҙәр етерлек. Асыу менән ризаһыҙлыҡ араһында ҙур айырма бар, шуға күрә мин дуҫым Стефан Эссель менән килешә алмайым. Риза булмаҫҡа, әммә бер ни ҡылмаҫҡа мөмкин. Ә асыуығыҙ килгәндә, һеҙ ниҙер эшләйһегеҙ. Франция хәҙер президент һайлауҙарына йыйына, тик һис кем донъяны бөтә тулылығында нисек күҙ алдына килтереүен асып һалманы. Мин уларҙың, телевидение аша сығыш яһап, мин донъяны 10 йылдан һуң шулай күрәм һәм Францияны шулай күрәм тип, аңлатыуҙарын теләр инем.
Беҙгә бүлешергә өйрәнергә кәрәк. Бәлки, донъя банкыларын контроль аҫтына алыуҙан башларға кәрәктер. Бәлки, финанс баҙарын ябырға кәрәктер? Процент иҫәбенә йәшәүҙән башҡа ла аҡса эшләргә мөмкин бит. Кәрәкмәй ул беҙгә. Бәлки, финанс баҙары урынына китапханалар эшләргә кәрәктер...
“Евроньюс”:Яҡын Көнсығыштағы хәлдәр һеҙҙең асыуығыҙға тейә. Унда һуңғы йылдарҙа бер нәмә лә үҙгәрмәне.
МХ: Моғайын, ошо йыл аҙағына ҡәҙәр үк ҡарар ҡабул ителер.
“Евроньюс”: Йыл аҙағына ҡәҙәр палестина- израиль конфликты хәл ителәсәк... һеҙ оптимист икән!
МХ: Ҡоҙоҡ төбөндә саҡта, үргә ҡарап, яҡтылыҡ күрергә мөмкин. Беҙ быны аңғармайбыҙ, әммә беҙ яҡтылыҡ эсендә.
“Евроньюс”: Палестинлылар уны күрә тип уйлайһығыҙмы?
МХ: Минең уйымса, израиллеләр һәм палестиналылар ҡоҙоҡ төбөнә етте тиерлек..., бәлки, саҡ ҡына ҡалғандыр. Ысынлап шул төпкә барып еткәс, улар яҡтылыҡты күрәсәк.
“Евроньюс”: Һеҙҙеңсә, тыныслыҡты булдырырға кем ярҙам итәсәк?
МХ: Бик яҡшы һорау. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙгә шәхестәр етмәй. Донъя күләмендә лә, Яҡын Көнсығышта ла. Израилдә лә, Палестина Автономияһында ла лидерҙар бөгөн бик көслө түгел. Афғанстанды ғына алайыҡ, унда эштәр тамамланыуға бара, Көнбайыш илдәре, Вьетнамдан, Бирманан ҡасҡан кеүек ҡасып бөтәсәк. Демократияны мылтыҡ көбәктәрендә килтермәйҙәр.
“Евроньюс”: Һеҙ Рәсәйҙә ике университетҡа нигеҙ һалдығыҙ.
МХ: Йәш рәсәйлеләрҙе демократияға өйрәтеү өсөн. Демократия әфлисун һымаҡ ,-тигәйне Сахаров. Әфлисунды һис ҡасан күрмәгән кеше уны һорамай. Йәш рәсәйлеләргә әфлисундың нимә икәнлеген аңлатырға кәрәк, аҙаҡ улар үҙҙәре һораясаҡ уны.
Шулай килеп сыҡты ла. Тәүгеләрҙән булып демонстрацияға минең студенттарым сыҡты.
“Евроньюс”: Ә һеҙ дуҫығыҙ Владимир Путин менән был ҡаршылыҡ демонстрациялары хаҡында һөйләштегеҙме?
МХ: Эйе, асыҡ дебаттар булды.Владимир Владимирович, минең студенттарым беренсе булып урамдарға сыҡты. Һеҙ уларға нимә әйтер инегеҙ?”- тинем. Ә ул былай тип яуап бирҙе: “Марек Хальтер, минең арҡала һеҙ ҡаршылыҡ акцияларына сыға алаһығыҙ, тип әйтер инем.”
“Евроньюс”: Һеҙ уның менән килешәһегеҙме?
МХ: Ниндәйҙер дәрәжәлә. Тәүге тапҡыр Рәсәйҙә йөҙҙәрсә мең йәштәр демонстрацияларға сыҡты һәм береһе лә ГУЛАГ-ҡа эләкмәне.
“Евроньюс”: Әммә ҡайһы берәүҙәр төрмәгә эләкте.
МХ: Юҡ һәм юҡ! Демонстрацияларҙың күбеһе Петербургта үтте. Унда неонацистар ҙа сығыш яһаны...әммә минең бер студентым да бәләгә тарыманы. Путин менән осрашыу минең күңелдә эҙ ҡалдырҙы... . Ҡайһы саҡ бәләкәй генә ваҡиғалар ҙа күңелдә уйылып ҡала. Мин бер саҡ уға шундай һорау бирҙем: “Владимир Владимирович, һеҙ йәһүдтәрҙе беләһегеҙме?” Ул миңә шулай яуап бирҙе: “Бала саҡта беҙ йәһүд ғаиләһе менән бер коммуналь фатирҙа йәшәнек. Онотмаһам, унда Соломон Абрамович бар ине. Көн һайын эштән һуң, ул, ҡалын бер китапты алып, бәүелә- бәүелә шуны уҡый ине. Мин унан нимә уҡыуын һораным. “Талмуд,-”тип яуап бирҙе күршебеҙ.” Шунда Путин минән ғәфү үтенде. “Ниңә?-”тип һораным мин. “Мине ул ҡыҙыҡһындырманы,-”тип яуап бирҙе ул. Бындай яуап миңә бик ғәҙел тойолдо. Был ябай ғына итеп, икенсе кешегә хөрмәт менән әйтелде. Бер нисә йылдан Владмир Путин минең дуҫым Михаил Прохоровҡа премьер- министр вазифаһын тәҡдим итер тип тә уйлайым.
“Евроньюс”: Прохоров Путинға яҡын тип уйлайһығыҙмы?
МХ: Белмәйем, тик ул либерал яҡ вәкиле.
“Евроньюс”: Һеҙ уға ышанаһығыҙмы?
МХ: Ышанаммы? Мин үҙ- үҙемә лә ышанмайым! Мин Биробиджан хаҡындағы китабымды тамамланым. Һүҙ Сталин төҙөгән һәм әле булһа йәшәп килгән Йәһүд автономия республикаһы хаҡында бара. Ул- идиш теле рәсми тел булған был берҙән- бер ер. Идиш- минең туған телем, был телдә бөтөнләй һөйләшмәйҙәр тиерлек. Идиш телендә кем менән һуңғы тапҡыр һөйләшкәнемде беләһегеҙме? Француз кардиналы Жан- Мари Люстиже менән. Беҙ уның менән ай һайын осраша, бергә төшкө аш ашай һәм ата- әсәләребеҙҙең телен онотмаҫ өсөн һөйләшә инек.
“Евроньюс”: Ул идишса һөйләшә инеме?
МХ: Эйе, сөнки уның ата- әсәһе ошо телдә һөйләшкән. Шулай уҡ минеке лә.
Марек Хальтер туҡтарға йыйынмай. Ул төрлө уйҙар менән янып йәшәй, яңы китабын баҫып сығарырға йыйына. Был китап Хәҙисәгә, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тәүге ҡатынына бағышланасаҡ. Автор көслө ҡатындарҙы беренсе планға сығарыу традицияһына тоғро ҡала килә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий