Бакуҙа 3 мең самаһы
кеше, ваҡытынан алда парламент һайлауҙары һәм демократик реформалар үткәреүҙе
талап итеп, демонстрация үткәрҙе.
Әзербайжан оппозицияһы
митингыға санкция алған булған, шуға ул тыныс тамамланды.
Акция ике ҙур
оппозиция фирҡәһе – “Милли фронт” һәм ”Мусават”ингән “Ижтимағи палата” хәрәкәте
тарафынан ойошторолған.
Оппозицияның
белдереүенсә, халыҡ- ара йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү өсөн, сығыштар
Бакуҙа май айында үтәсәк Евровидение конкурсы ваҡытында ла дауам итәсәк.
Әзербайжан менән 30
йылдан ашыу инде Алиевтар ғаиләһе идара итә. 2003 йылға саҡлы Гейдар Алиев
хөкүмәт башында торҙо, аҙаҡ уның улы Илһам президент булды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий