пятница, 6 апреля 2012 г.

Мали баш күтәреүселәре бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итте.




“Азавад азат итеү халыҡ хәрәкәте”сепаратистары Малиҙың төньяҡ райондарын бойондороҡһоҙ тип иғлан итте. Бойондороҡһоҙлоҡ хаҡында декларация  төркөмдөң интернет- сайтында баҫылды. Бер айҙан ашыу инде илдең бөтә төньяғы баш күтәргән туарегтар һәм “Әл-Ҡағиҙә” ислам Мәғрибе илдәрендә” төркөмө боевиктары ҡулында.

Ике аҙна элек Малиҙа фетнә һөҙөмтәһендә һайланған законлы президент ҡолатылды. Власты ҡулға алған хәрбиҙәр төньяҡ райондар халҡын экстремистарға ҡаршылыҡ күрһәтергә өндәй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий