пятница, 6 апреля 2012 г.

Google күҙлектәре тормошобоҙға нисек йоғонто яһар?




Google компанияһы ошоғаса фәнни фантастика тип иҫәпләнгән яйланма- байтаҡ эш башҡарырға һәләтле күҙлектәр етештергән. Улар тауыш командаларына яуап бирә, хужаһына юлды табырға, билеттар һатып алырға, һауа торошон белергә, дуҫтар менән осрашырға мөмкинлек бирә.
Әммә бөгөн үк һоҡланыу тулы баһаламалар менән бер рәттән информацион технологияларҙың кешеләрҙең шәхси тормошона етеҙ рәүештә үтеп инеүенә хафаланып ҡараусылар ҙа бар:
“Интернеттағы видеоролик күҙлектең көндәлек тормошобоҙ, дуҫтарыбыҙ менән аралашыу өсөн ҙур файҙа бирәсәген күрһәтә. Әммә күп кенә компаниялар һеҙ урам буйлап китеп барған саҡта үҙҙәренең рекламаларын, мәғлүмәттәрен дә башығыҙға ауҙарыуы ихтимал. Әйтәйек һеҙ куртка һатып алырға теләйһегеҙ, видеокамера быны белеп ҡалып, уны ташлама менән һатып алырға мөмкин булған урындар хаҡында хәбәр итә ала. ”
Бындай күҙлек кейгән кешенең иғтибары тарҡалыуы ла мөмкин, ә хәрәкәт ҡыҙыу булған урамда был хәүеф тыуҙырыуы ихтимал.
Google компанияһы яйламаны тестлау эшен дауам итә, уларҙы һатыуға сығарырға йыйыныуҙары хаҡында әлегә мәғлүмәттәр юҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий