вторник, 3 апреля 2012 г.

Колумбияла аманаттар азат ителгән.




Колумбияның Революцион ҡораллы көстәре экстремистары үҙ иректәре менән гуманитар миссия вәкилдәренә хәрбиҙәрҙән һәм полицейскийҙарҙан торған аманаттарҙы тапшырғандар. Улар әсирлектә 13 йыл самаһы булған. Гуманитар операция илдең үҙәк өлөшөндәге үтеүе ауыр булған тропик урманда үткәрелгән.

Колумбия президенты Хуан Мануэль Сантос шулай тип белдерҙе:

“Беҙ азат ителгән аманаттарҙы сәләмләйбеҙ. Беҙҙе хистәр тулҡыны солғап алды. Бөтә йөрәктән ғаиләләрҙе ҡотлап, шатлыҡтарын уртаҡлашабыҙ. Был иреккә сығарылыуҙы, тәүге нәүбәттә ФАРК-тың башҡаса кешеләрҙе урламаҫҡа вәғәҙә биреүен юғары баһалайбыҙ.”

Шуға ҡарамаҫтан, хөкүмәттеке булмаған төрлө ойошмаларҙың мәғлүмәттәре буйынса, 100-ҙән 400-гә ҡәҙәр граждан аманатлыҡта интегә. Һул радикалдар, әсирҙәр өсөн түләү талап итеп, алынған килемде төркөмдәрҙе финанслауға йүнәлтә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий