вторник, 3 апреля 2012 г.

Тонсоғоп үлгәндәр.




Мәскәүҙең төҙөлөш баҙарында һәләк булыусыларҙың һаны 17- гә етте. Хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың күбеһе Тажикстан граждандары булған. Улар ятаҡхана итеп ҡулайлаштырылған ангарҙарҙың береһендә йәшәгән, ҡатлы карауаттарҙа йоҡлап йөрөгән. Бина эсендә эвакуация юлдары ла, янғын һүндереү ҡорамалдары ла булмаған. Янғын һүндереүселәр металл стенаны ҡырҡып инергә мәжбүр булғандар, әммә кешеләрҙе ҡотҡарырға өлгөрмәгәндәр, күптәре тонсоғоп үлгән.

Тәүге тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, янғын йылытҡыстың төҙөк булмауы арҡаһында башланған.

Асыҡланыуынса, элегерәк был бинала янғын хәүефһеҙлеген тикшергәндә, күп һанлы етешһеҙлектәр табылған булған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий