понедельник, 2 апреля 2012 г.

Бен Ладендың тол ҡатындарын һәм ҡыҙҙарын хөкөм иткәндәр.




Пакистан суды Усама бен Ладендың өс тол ҡатынын һәм ике ҡыҙын ай ярымға төрмәгә ултыртҡан һәм штраф һалған.
“1-се һанлы террорсының” ғаилә ағзалары илгә законһыҙ рәүештә инеүҙә ғәйепләнә.Асылда ,ҡатындар төрмәлә йәнә ике аҙна самаһы ултырасаҡ, сөнки уларҙы 3 мартта уҡ ҡулға алған булғандар.
Хәбәр итеүҙәренсә, Пакистандың эске эштәр министрлығы бен Ладендың яҡындарын Йәмәнгә һәм Сәғүд Ғәрәбстанына депортацияларға ниәтләй.
“Әл-Ҡағиҙә”башлығы Усама бен Ладен уҙған йылдың майында американдар спецназының Пакистан территорияһында үткәрелгән операция һөҙөмтәһендә юҡ ителгәйне. Әлеге рейд барышында Пакистандың махсус хеҙмәттәре бен Ладендың туғандарын, шул иҫәптән тол ҡатындарын, балаларын ҡулға алды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий