понедельник, 2 апреля 2012 г.

Эксперт:Рәсәйҙәге авиаһәләкттәр даими характер алды.


 Төмән клиникалары врачтары Төмән янындағы авиаһәләкәттә иҫән ҡалған 12 кешенең ғүмере өсөн көрәшә.Өс пациенттың хәле уғата ауыр. Уларҙы Мәскәүгә оҙатыу мәсьәләһе ҡарала. Фажиғә һөҙөмтәһендә лайнер бортындағы 43 кешенең 31-е һәләк булған.

“ЮТэйр”компанияһының АТR-72 самолеты Төмән аэропортынан осоп киткәндә ҡолаған. Һәләкәт  буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Аналитиктарҙың әйтеүенсә, Рәсәйҙә самолеттарҙың һәләкәте –пилоттарҙы уҡытыуҙағы һәм лайнерҙарҙы техник хеҙмәтләндереүҙәге етешһеҙлектәрҙе үҙ эсенә алған системалы проблемалар һөҙөмтәһе.

”Ошоға ҡәҙәр шаулы, ғауғалы, әйтәйек, уҙған йылдағы ваҡиғалар, совет заманындағы техникаға ҡағыла ине. Күп кенә белгестәр уйынса, проблема иҫкергән техникала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, проблема киң һәм системалы характер алған; практикала күреүебеҙсә, иҫке техниканы яңыһына алмаштырып ҡына уны хәл итеп булмаяаҡ.”

Төмәндәге авиһәләкт эше буйынса тикшереү фажиғәнең төп сәбәбен самолеттың төҙөк булмауында күрә. Һәләкәттең аныҡ сәбәптәре “ҡара йәшниктәр”ҙән алынған мәғлүмәттәргә һәм эксперттарҙың һығымталарына ҡарап эшләнәсәк.

Авиһәләкәттә вафат булыусыларҙың яҡындарына һәм зыян күреүселәргә компенсация түләнәсәк. 


Комментариев нет:

Отправить комментарий