четверг, 12 апреля 2012 г.

Иран: Таһран башланғыстары артында нимә тора?



Иран, үҙенең ядро программаһы тирәләй ҡуйырып киткән хәлдәрҙе яйға һалыр өсөн, шәмбе көн яңы инициативалар менән сығыш яһамаҡсы, эшлекле тәҡдимдәр индермәксе. Был хаҡта Юғары милли хәүефһеҙлек советы сәркәтибе Сәид Йәлили белдерҙе. 

Аҙна аҙағында Стамбулда Ирандың “биш плюс бер”төркөмө менән ( йәғни Хәүефһеҙлек советының 5 даими ағзаһы һәм Германия менән) һөйләшеүҙәре башланасаҡ. Алдағы раунд, уҙған йылдың ғинуарында булып, һөҙөмтә бирмәгәйне. Көнбайыш илдәре Таһран ядро ҡоралы өҫтөндә эшләй, тип шикләнә, иранлылар иһә программаларының тыныс характерҙа булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Санкциялар индергәнгәме, Иран бер нисә тапҡыр һөйләшеүҙәрҙе ҡайтанан башларға тәҡдим итте. Шул ваҡытта Таһран “холҡон күрһәтеп тә ала”. Шаршамбы көн Таһрандың Европалағы 100 компанияның тауарҙарынан баш тартыуы тураһында мәғлүмәттәр күренде. Элегерәк, хәбәр итеүҙәренсә, Таһран Испанияға һәм Грецияға нефть оҙатыуҙы туҡтатты.


Комментариев нет:

Отправить комментарий