пятница, 13 апреля 2012 г.

КХДР: ракета диңгеҙгә ҡолаған.


 Төньяҡ Корея ракетаһы, осоролғандан һуң, ваҡ киҫәктәргә бүленеп, диңгеҙгә ҡолаған һәм шул рәүешле бер ниндәй ҙә зыян күрелмәгән. Был мәғлүмәтте Көньяҡ Корея, Япония һәм АҠШ властары ла раҫланы.

Ерҙең яһалма юлдашы “Кванмёнсон-3” ракета ташыусы “Ынха-3”менән  Чхольсан космодромынан урындағы ваҡыт буйынса 7 сәғәт 38 минутта осорола.

КХДР-ҙың киң мәғлүмәт саралары юлдаштың билдәле орбитаға сыға алмауын һәм хәҙерге мәлдә белгестәрҙең уңышһыҙлыҡтың серен тикшереүҙәрен хәбәр итте. Юлдашты тәбиғи ресурстар мониторингы системаһында һәм тәбиғәт ҡазаларын прогнозлауҙа ҡулланырға уйлағандар.

БМО Хәүефһеҙлек Советы резолюциялары Төньяҡ Кореяға, баллистик ракеталарҙы файҙаланып, ракета осороуҙы тыя.



Комментариев нет:

Отправить комментарий