пятница, 13 апреля 2012 г.

Сүриә оппозицияһы: армия менән бәрелештәр ҡайтанан башланды.



Сүриәнең төньяҡ- көнбайышындағы Идлиб провинцияһында БМО һәм ҒДЛ (Ғәрәп дәүләттәре лигаһы) ярҙамында ваҡытлы килешеү төҙөлөп бер тәүлек үткәс тә, хөкүмәт ғәскәрҙәре һәм ҡораллы оппозиция араһындағы алыштар ҡайтанан башланды. Был хаҡта Лондонда урынлашҡан Сүриә кеше хоҡуҡтары обсерваторияһы хәбәр итте.

Интернеттағы видеоларға ҡарағанда, һуғыштар илдең көньяғындағы Дераа ҡалаһында бара, әммә был видеоларҙың дөрөҫлөгөн тикшереү әлегә мөмкин түгел.

Рәсми Дамаск, үҙ сиратында, шулай тип белдерҙе: боевиктар, сит илдәрҙән ярҙам алып, “террор ярҙамында Сүриәләге хәлдәрҙе сәйәси көйләүҙе өҙөргә маташа.”

Белдереү ҙурлығы буйынса Сүриәлә икенсе урында торған Алеппо ҡалаһы ситендә автобус шартлатылғандан һуң эшләнде.

САНА агенство мәғлүмәттәре буйынса, ваҡиға аэропорт районында булған. Бомбаны юл ситенә һалынған дистанцион ҡоролма ярҙамында шартлатҡандар. Автобуста булған хәрбиҙәрҙең береһе һәләк булған, 24-е яраланған.

“SOS, ҡотҡарығыҙ беҙҙең йәндәрҙе!”-ошондай үтенес менән Алеппо студенттары халыҡ- ара йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт итте, тип хәбәр итә Сүриә милли телевидениеһы.



Комментариев нет:

Отправить комментарий