пятница, 13 апреля 2012 г.

Тәмәке тартыу менән көрәш: төҫһөҙ ҡаптар, серек тештәр.




 Тәмәке тартыу менән көрәштә Евроберләшмә Австралия артынан бармаҡсы. Тегендә лә, бында ла, халыҡты никотиндан йолоп ҡалыу өсөн, төрлө саралар ҡулланып ҡаранылар. Хәҙер, Австралия өлгөһөнә эйәреп, ытырғаныс фотолар һәм фирманың исеме, тауарҙың маркаһынан башҡа бер нәмә лә булмаҫҡа тейеш, тип баралар.
Бельгия ғалимы Марк Декрамер Еврокомиссияға ошо сараны ҡулланырға кәңәш бирә:
”Ҡаптар тышында күңелгә ятырҙай нәмәләр булмаһа, кешеләргә тәмәке ташлауы еңелерәк,- ти профессор.-Тәмәке тартыуҙы бөтөрөү өсөн, Европаға ошо юлды һайларға кәрәк. Һуңғы һорашыуҙарҙан һуң шул күренде: Европа илдәрендә тәмәке тартыусыларҙың иҫәбе юғары ҡала килә.”
Асыҡланыуынса, донъялағы13-15 йәшлек тартыусыларҙың иң күбе Европала. Үҫмерҙәрҙең уйынса, тартыу уларға үҙҙәренең өҫтөнлөгөн күрһәтергә мөмкинлек бирә. 
Канада тикшеренеүсеһе лә төҫһөҙ ҡаптар яһауҙы ыңғай баһалай:
“Ҡыҙығып, тәүге тапҡыр алып һурыусылар һанын кәметәсәк был,- ти Дэвид Хаммонт.-Тәмәжниктәрҙе лә уйландырасаҡ: күптәре, еңелерәк сигареттарға күсермен әле тип, үҙен йыуатыуҙан туҡтаясаҡ. Иң мөһиме шул: күп йәштәр тәмәкенән баш тартасаҡ.”
Еврокомиссия, зарарлы ғәҙәттән ҡотолоу өсөн, яңы саралар ҡулланырға тәҡдим итә. Тәмәке ҡаптары тышында төтөн һәм никотиндың һаулыҡҡа зыянын сағылдырған ҡурҡыныс һүрәттәр урынлаштырыу һөҙөмтәле буласаҡ.
Европарламент депутаттары тәмәке ҡаптары биҙәленешен, Австралиянан күрмәксе, төҫһөҙ итергә тәҡдим итә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий