четверг, 26 апреля 2012 г.

Үҙәк Африкала аслыҡ.




Быйыл Үҙәк Африкалағы аҙыҡ- түлек көрсөгө уҙған йылдағыға ҡарағанда ла киҫкенерәк булмаҡсы, был гуманитар һәләкәткә алып килеүе ихтимал. Был хаҡта БМО эксперттары киҫәтә. Уларҙың белдереүенсә, хәлдәр айырыуса ауыр булған Чадта былтырғы йыл менән сағыштырғанда аслыҡтан интегеүсе балалар һаны өстән бер өлөшкә артҡан.

“Улар йәшәгән ерҙә медицина үҙәктәре юҡ, ата-әсәләр балаларына үҙҙәре ярҙам итергә маташа,- ти педиатр Жолиан Кадаби.-Йыш ҡына уларҙы һауыҡтырыу ҙа ҡыйын, сөнки бында алып килгәндә күптәре ауыр хәлдә була.”

Юнисеф асҡан Мондо ауылына быйыл 150 баланы килтергәндәр. 20-нән ашыуын ҡотҡара алмағандар.

Ямғырҙарҙың һирәк яуыуы арҡаһында былтырғы уңыш аҙ булған. Келәттәр бушап ҡалған, ә сентябргә- яңы уңыш өлгөргәнгә саҡлы нисек тә йәшәргә кәрәк. Хөкүмәттән бер ниндәй ҙә ярҙам алмаған күп райондарҙың халҡы үҙҙәрен ярҙамсыһыҙ итеп тоя.

Көрсөктө тыуған иле Чадҡа Ливиялағы граждандар һуғышынан ҡасып ҡайтҡан 90 мең эшсе лә ҡатмарландыра. Нисек тә көн күрергә тырышып, улар уңдырышһыҙ ерҙе эшкәртергә маташа, әммә уларҙың тырышлығы бушҡа ғына. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий