пятница, 27 апреля 2012 г.

Брейвикка үс итеп -“йәйғор.”



Норвегияның 40 меңләп кешеһе, Ослолағы суд бинаһы алдындағы майҙан алдына йыйылып, хор менән йыр башланы:

“Беҙ бергә йәшәрбеҙ,
Иң яҡын туғандай.
Йәйғорҙоң һәм Ерҙең
Беҙ кескәй бәпәйе.”

 Ошо рәүешле улар кеше үлтереүсе Брейвикка үҙҙәренең кәмһетеүен, ерәнеүен белдерҙе. Норвегтарҙың яратып йырлаған, тыныслыҡҡа, туғанлыҡҡа саҡырыусы киң танылған йырын Брейвик күрә алмай, “мейеләрҙе йыуыусы марксистик сара”тип атай.

Майҙанға сығырға һәм йырларға саҡырыу Facebook аша яңғыраны. Норвегия премьеры был акцияны донъялағы иң гүзәл раузалар хорытип атаны. Йыйылған халыҡ сәскәләрҙе Брейвик ҡулынан һәләк булған 77 кеше иҫтәлегенә суд бинаһы янына һалды.

Суд иһә үҙ эшен дауам итте: террорист аҙна ярым буйы үҙенең ҡанлы енәйәттәре хаҡында ентекләп һөйләне. Суд залынан тапшырыуҙар рөхсәт ителмәне. “Новергия атыусыһы” суд барышында Ослолағы осраҡлы ҡорбандарҙан ғәфү үтенде, ә Утёйя утрауындағы үлтереште яңынан ҡабатлар инем тигән теләк белдерҙе.

Судтың төп маҡсаты- енәйәтсенең үҙ аҡылындамы икәнлеген асыҡлау. Брейвик аҡылдан шашмаған тип тапһалар инде, уға терроризм өсөн 21 йыл төрмәлә ултырырға тура киләсәк. Шуны әйтергә кәрәк: суд был ваҡытты оҙайтырға хоҡуҡлы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий