пятница, 27 апреля 2012 г.

Япония: Америка һалдаттары Окинаванан китә.




Вашингтон һәм Токио Япониялағы Америка хәрбиҙәре хаҡындағы килешеүҙе ҡайтанан ҡарарға булды. 9 000 диңгеҙ пехотаһы һалдаты Окинава утрауынан китәсәк. Уларҙың бер өлөшө АҠШ-ҡа ҡайтасаҡ, ҡалғандары Азия- Тымыҡ океан регионындағы икенсе базаларға күсереләсәк.
Япониялағы Америка контингентын ҡыҫҡартыу тураһындағы килешеү АҠШ-тың яңы стратегияһы сиктәренә, президент Обаманың вәғәҙәләренә ярашлы төҙөлдө.
Японияның оборона министры Наоки Танака минималь күләмдә Америка хәрбиҙәренең Окинавала ҡалыуын хуплай:
“Һәйбәт ҡарар ҡабул иттек тип уйлайым,- тине Танака.-Ниндәйҙер кимәлдә хәрбиҙәрҙе лә һаҡлап ҡалдыҡ, Окинава халҡы елкәһенә төшкән ауыр йөктө лә еңеләйттек.”
Американың 47 мең һалдаты Японияла 1960 йылғы килешеүгә ярашлы урынлаштырылған. Әммә һуңғы ваҡыт уларҙы бында өнәп бөтмәйҙәр. 1995 йылда Америка хәрбиҙәренең япон уҡыусы ҡыҙын көсләүе халыҡтың ныҡ асыуын ҡабартҡан.

Комментариев нет:

Отправить комментарий