“Союз ТМА-22” йыһан карабының капсулаһы уңышлы рәүештә
Ҡазахстанға килеп төшкән- был хаҡта Мәскәү эргәһендәге Осоштар менән идара итеү
үҙәгенән хәбәр иттеләр.
Халыҡ-ара йыһан станцияһынан Ергә ике Рәсәй космонавы-
Антон Шкаплеров һәм Анатолий Иваншин, шулай уҡ НАСА Америка йыһан агенствоһы
астронавы Даниел Бербэнк ҡайтты. Улар халыҡ- ара йыһан карабында ярты йыл
самаһы булды.
Экипаж билдәләнгән урынға яҡын ғына бик уңышлы килеп
төшкән. Капсуланың ергә төшөүен конролдә тотоу өсөн 2 Ан-12 самолеты, 14 МИ-8
вертолеты һәм 7 эҙләү –эвакуациялау машинаһы эшкә егелгән.
НАСА үҙенең йыһан “челноктары”программаһын
япҡандан һуң, Рәсәй “Союздары” халыҡ- ара йыһан станцияһы менән бәйләнеш өсөн
берҙән- бер транспорт булып ҡалды.
Яңы экспедиция орбита станцияһына “Байконур”космодромынан
15 майҙа юлланасаҡ. Ул килеп еткәнгә ҡәҙәр орбитала эште Олег Кононеко (Рәсәй), Андрэ Кейперс (Голландия) һәм Доналд Петтит (США) дауам итәсәк.
Комментариев нет:
Отправить комментарий