БМО-ның генераль
сәркәтибе Мьянма етәкселегенә демократик реформалар үткәреүҙә халыҡ- ара
йәмәғәтселектең ярҙамын тәҡдим итте.
Пан Ги Мун илгә дүшәмбе
көн өс көнлөк визит менән килде. 2011
йылда власть граждандар хөкүмәтенә тапшырылғандан бирле, уның бында тәүләп аяҡ
баҫыуы. Мьянма президенты Тейн Сейн менән осрашыуҙан һуң, БМО башлығы
парламенттың яңы саҡырылыш депутаттары алдында сығыш яһаны.
“Был парламент халыҡтың
демократияға һәм яҡшыраҡ тормошҡа ынтылышын аныҡ үҙгәртеп ҡороуҙарға алып
килеүе мөмкин,-”тип белдерҙе ул трибунанан.
Шишәмбе көн Пан Ги Мун
илдең элекке баш ҡалаһы Янгонға оппозиция лидерҙары менән осрашыуға китте.
1 апрелдән депутат итеп
һайланған Нобель премияһы лауреаты Аун Сан Чжи шул көндө ант бирәсәге хаҡында
белдерҙе. Унан алда Демократия өсөн милли лига башлығы бынан баш тарта, сөнки
антта Конституцияны яҡлау зарурлығы хаҡында әйтелә, ә уның һайлау прогаммаһының
маҡсаты- төп законды үҙгәртеү.
Комментариев нет:
Отправить комментарий