Тимошенконы туҡмау
менән бәйле ғауға Германияны ике лагерға бүлде. Ил президенты Йоахим Гаук
ҡаршылыҡ күрһәтеү йөҙөнән Украинаға визит яһауҙан баш тартҡандан һуң, ярты Германия канцлер Ангела Меркелдең Украиналағы “Евро- 2012”матчына бойкот иғлан
итеүен көтә. Немецтарҙың икенсе яртыһы көрсөк заманында футбол буйынса Европа
чемпионаты Украина иҡтисадына етди ярҙам буласаҡ, тип иҫәпләй.
Берлин халҡы
һөйләй:
“Миңә ҡалһа, бойкот
яһау дөрөҫ буласаҡ, йәмәғәтселек Украиналағы хәлдәрҙе, унда кешеләр менән нисек
мөғәмәлә итеүҙәрен белергә тейеш.”
“Евро” Украина өсөн
мөһим, уның иҡтисады беҙҙеке һымаҡ бик үк көслө һәм тотороҡло түгел,
көйәрмәндәр унда барырға, кинәнеп чемпионат ҡарап, мул итеп аҡса туҙҙырып
ҡайтырға тейеш.”
“Дөрөҫөн әйткәндә,
матчҡа бойкот белдерергә кәрәк. Әммә кәрәкле нәтижәне бирерме икән һуң ул? Бик
үк яҡшы булмаҫ был, сөнки чемпионатты бөтәбеҙ ҙә түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.”
Юлия Тимошенко
туҡмауҙарға ҡаршылыҡ йөҙөнән унынсы көн аслыҡты дауам итә. Урындағы киң
мәғлүмәт сараларында элекке премьерҙың тәнендәге күктәр асыҡ күренеп торған
фотолар баҫылып сыҡты. Генпрокуратура белдереүенсә, улар туҡмағандан барлыҡҡа
килмәгән. Власть тәҡдим иткән врачтарҙан Тимошенко баш тарта, “бойондороҡһоҙ”врачтарҙың
дауалауын талап итә. Ангела Меркель Украинаға, Тимошенконы дауалау өсөн, Германияға оҙатырға тәҡдим итә. Регион фирҡәләренең ҡайһы бер депутаттары
канцлерҙы илдең эске эштәренә ҡыҫылыуҙа ғәйепләй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий