вторник, 1 мая 2012 г.

Европа сәйәсмәндәре Тимошенко арҡаһында Украинаға килмәй.




Украинаның сит ил эштәре министрлығы Европаны “һалҡын һуғыш” алымдарын ҡулланыуҙа ғәйепләне. Германия президенты Йоахим Гауктың Тимошенконы туҡмау менән бәйле ғауға арҡаһында Ялталағы саммитҡа барыуҙан баш тартыуы бөтә Европала “сылбырлы реакция” барлыҡҡа килтерҙе. Чехия президенты саммитта ҡатнашыуҙан баш тартты, ә Еврокомиссия башлығы футбол буйынса Европа чемпионатына килмәҫкә булды.
Был мәсьәлә буйынса Киев халҡында ла фекер айырымлыҡтары барлыҡҡа килде:
 “Беҙҙең илдәге хәлдәрҙе башҡа ил халҡының күңеленә яҡын алыуы һәйбәт, тип уйлайым, сөнки беҙҙә халыҡ ҡурҡыңҡырай.”
“Киләсәктәр, килмәй ҡайҙа барһындар улар.”
“Улар буш һүҙ һөйләп, һүҙҙәрен елгә осормаясаҡ. Беҙҙең сәйәсмәндәр генә ул бөгөн әйтә лә, иртәгә һүҙҙәрен кире ала.”
Ангела Меркель Украинала үтәсәк “Евро-2012”матчына бойкот иғлан итеү- итмәү мәсьәләһен әлегә хәл итмәгән. Германия етәкселегендәге бөтә сәйәсмәндәр ҙә был аҙым кәрәкле тип иҫәпләмәй.
“Мин матчтарға бойкот иғлан итергә саҡырмайым, сөнки матбуғаттың бөтә иғтибары чемпионатҡа йүнәлтелеүе оппозиция өсөн файҙалы буласаҡ, диктаторҙар изге һыуҙан ҡурҡҡан шайтан кеүек эшмәкәрлектәрен киң мәғлүмәт саралары микроскоп аҫтындағылай тикшереүҙән шөрләй,-”ти Германияның тирә- яҡ мөхитте һаҡлау министры.
Юлия Тимошенко әле төрмәлә, аслыҡты дауам итә, ныҡышмалы рәүештә туҡмауҙарын белдерә. Генпрокуратура элекке премьерҙың тәнендәге күктәр ҡул менән һуғыуҙан һәм аяҡ менән тибеүҙән түгел, тип бара.

Комментариев нет:

Отправить комментарий