вторник, 1 мая 2012 г.

Ҡытай хоҡуҡ һаҡлаусыһы өй тотҡонлоғонан ҡасҡан.





Көсләп бала төшөртөүҙәргә ҡаршы сыҡҡан һуҡыр ҡытай хоҡуҡ һаҡлаусыһы Чэнь Гуанчэн уҙған аҙнала өй тотҡонлоғонан ҡасҡан һәм, ҡайһы бер сығанаҡтар раҫлауынса, Пекинда “бик ышаныслы урында” йәшенгән.
Дүшәмбелә Аҡ йортта үткән Япония премьер- министры Ёсихико Нода менән һөйләшеү һөҙөмтәләренә бағышланған матбуғат конференцияһында АҠШ президенты Барак Обама Ҡытай хоҡуҡ һаҡлаусыһы тирәһендәге ваҡиғаларға ҡағылып былай тине:
“Мин Ҡытайҙағы хәлдәр хаҡында хәбәрҙар,- тине Обама.-Был мәьәлә буйынса белдереү яһарға йыйынмайым. Шуны ғына хәтерегеҙгә төшөрөп үткем килә: Ҡытайҙың рәсми кешеләре менән һәр осрашыуҙа беҙ кеше хоҡуҡтарын һаҡлау темаһын күтәреп сығабыҙ.”
2010 йылдан бирле өй тотҡонлоғонда йәшәгән Чэнь Гуанчэн ҡасҡан, быға ҡәҙәр ул 4 йыл төрмәлә ултырғайны.
Гуанчэн Америка илселеге ҡурсауы аҫтында, тип фараз итәләр, әммә Пекин дә, Вашингтон да аныҡ ҡына уның ҡайҙалығын белдермәй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий