вторник, 1 мая 2012 г.

Һиндостанда борам һәләкәте: иҫән ҡалғандарҙы табыу өмөтө юғала бара.




Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булыусылар һаны 105-кә еткән. Брахмапутра йылғаһындағы ҡотҡарыу эштәрен ҡойма ямғырҙар һәм күреүҙең насарайыуы тотҡарлай.
Һәләкәт булған төньяҡ- көнсығыштағы Ассам штаты полицияһы мәғлүмәттәре буйынса, көслө шторм арҡаһында паром уртаға ярылған.
150 кеше ҡотҡарылған йәки үҙҙәре йөҙөп сыҡҡан. Пассажирҙар һанын теүәл генә билдәләү мөмкин түгел. Шаһиттарҙың һөйләүенсә, 225 кешегә иҫәпләнгән борамда халыҡ һаны 350-нән дә кәм булмаған, ҡайһы берәүҙәр түбәләрҙә ултырған.
Ҡотолғандарҙың береһе һөйләүе буйынса, шторм башланғас, пассажирҙар капитандан ҡомло һайлыҡта бер аҙ көтөүен һорағандар, тик теге ризалашмаған. Ҡотҡарыу кәмәләре һәм жилеттар борамда булмаған.
100-ҙән ашыу пассажир хәбәрһеҙ юғалған, тип иҫәпләнә. Белгестәр фекеренсә, кешеләрҙең һалҡын һыуҙа төн үткәреп иҫән ҡалыуҙары икеле.


Комментариев нет:

Отправить комментарий