вторник, 1 мая 2012 г.

Нидерланды 1 майҙан наркотуризм менән көрәште көсәйтә.




 Йыл ярым элек Нидерландыҙа власҡа килгән консерваторҙар наркотуризмға һуғыш иғлан итте. Әммә урындағы чиновниктар марихуана яратыусылар менән күберәк һүҙҙә генә алышты.
Бөгөнгө көндән башлап Бельгия һәм Германия менән сиктәш булған Көньяҡ Голландияла элек рәсми рәүештә еңел наркотиктар һатып алырға мөмкин булған кофешоптарҙың ишектәре сит ил кешеләре өсөн  ябыласаҡ. Илдең башҡа региондарында был заҡон 2013 йылда үҙ көсөнә инәсәк. Консерваторҙар еңел наркотиктар менән һатыу иткән кофешоптарға “киндер паспорттар’’-ағзалыҡ билеттары индерергә ниәтләй.
Бельгия полицияһы офицеры һөйләй:
“Бер яҡтан, Бельгияның наркотиктар яратыусылары Голландияға килә алмаясаҡ. Әммә Маастрихтҡа йүнәлеүсе сит ил халҡы бар, улар, моғайын, беҙҙә туҡтар. Минең уйымса, был киндер сәселгән ерҙәрҙең артыуына килтерәсәк.”
Амстердам мэры, марихуана һатыусылар ассоциацияһы, күп чиновниктар наркотиктарҙы ауыҙлыҡлауға ҡаршы, сөнки еңел наркотиктар коммерсанттарға һәм Голландия бюджетына ғәләмәт ҙур килем килтерә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий