Килиноччи ҡалаһы 10 йыл
дауамында Тамил- Иламды ҡотҡарыусы Юлбарыҫтар баш ҡалаһы булды. 2008 йылдың
ноябрендә Шри- Ланка армияһы ҡалаға өс яҡлап
һөжүм яһаны. Һуғыштар Коломбоны илдең төньяғындағы тамиль райондары
менән бәйләүсе төп магистраль һаналған А9 юлы буйлап барҙы. Бик күптәр һәләк
булды, ҡаланың байтаҡ өлөшө емерелде. Шри- Ланка армияһы 2009 йылдың ғинуарында
уны үҙ күҙәтеүе аҫтына алды. Шул замандан бирле бында киң күләмле төҙөлөш
башланды. Мәктәптәр һәм көнкүреш объекттары төҙөлә, ә А9 трассаһын тәртипкә
һалыу илдең килешеү юлына баҫыу символы булды. Ябай халыҡтың көндәлек
проблемалары бихисап, әлбиттә, әммә иң мөһиме шул: граждандар һуғышы
тамамланды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий