четверг, 24 мая 2012 г.

Amnesty International: 155 илдә кеше хоҡуҡтары боҙолған.



Кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы халыҡ- ара Amnesty International ойошмаһы донъялағы кеше хоҡуҡтарына арналған һәр йыл  әҙерләнә торған докладын халыҡҡа сығарҙы. Ул 300 биттән тора. Докладта уҙған йылдың ғинуарынан декабргә ҡәҙәрге 155 илдәге хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлгән. Ойошма, мәҫәлән, Сүриә властарын “язалауҙар” һәм “үлемесле ҡорал” ҡорал ҡулланыуҙа ғәйепләй. Бының менән бәйле БМО-ның Хәүефһеҙлек советы ла Сүриәләге хәлдәрҙе яйға һала алмағаны өсөн тәнҡиләнә.

Былтыр күп ғәрәп илдәрендә демонстациялар булды. Amnesty International ойошмаһының генераль сәркәтибе Сәлил Шетти:

“Күп кенә илдәрҙә, шул иҫәптән Мысырҙа ла диктаторҙар китте, әммә диктатура ҡалды. Шуға күрә беҙ был райондарҙы ныҡлы күҙәтеү аҫтында тоторға тейешбеҙ. Мысырҙа кем генә президент булһа ла, уға кисекмәҫтән  булған мәсьәләләрҙе хәл итергә тура киләсәк.”

Amnesty International докладында шул һыҙыҡ өҫтөнә алына: ҡаршылыҡ акциялары ғәрәп дәүләттәрендә генә түгел, донъяның башҡа илдәрендә лә, мәҫәлән, Бөйөк Британияла, Грецияла. Рәсәйҙә, Японияла, АҠШ-та ла булып үтте. Донъяла был ҡәҙәр демонстрациялар булғаны юҡ ине әле, тип һыҙыҡ өҫтөнә алына докладта.

Комментариев нет:

Отправить комментарий