пятница, 25 мая 2012 г.

Олланд Афғастанға алдан хәбәр итмәй килде.



Франция президенты Франсуа Олланд Афғастанға алдан хәбәр итмәй килеп төштө, маҡсаты- француз хәрбиҙәре менән күҙмә- күҙ осрашыу. Олланды Францияның сит ил эштәре министры Лоран Фабиус, оборона министры  Жан-Ив Лё Дриан, француз ҡораллы көстәренең штаб  начальнигы адмирал Эдуард Гийо һәм президенттың шәхси штаб етәксеһе Бенуа Пуга оҙатып йөрөй.

Афғанстандан ғәскәрҙәрҙе быйылғы йыл аҙағына уҡ  сығарыу ниәтен хәрбиҙәргә президент үҙе аңлатырға булды.

 АҠШ президенты менән һөйләшеүҙәр барышында Олланд шулай тип белдергәйне: Франция афған властарына ярҙам итәсәк, әммә икенсе төрлө һәм башҡа формала.

Комментариев нет:

Отправить комментарий