четверг, 3 мая 2012 г.

Францияла телебәхәстәр уҙҙы.




Икенсе кандидаттар яҡлыларҙы һәм әле булһа кем өсөн тауыш бирергә белмәгәндәрҙе үҙ яғыңа ауҙарыу- Франция президенты посы өсөн көрәшеүсе дәғүәселәрҙең алдында торған төп мәсьәлә шундай ине.

Француздарҙы кем берләштерергә һәләтле тигән тема менән бәхәсте асып, Франсуа Олланд һәм Николя Саркози аныҡ ғәйепләүҙәргә күсте.

“Францияла эшһеҙҙәр һаны миллионға артты, тип белдерҙе Олланд.-Был дөйөм алғанда, ә ситтән килем ала алмағандарҙы ғына иҫәпләһәң, 700 000. Ғәләмәт ҙур һан, аяныслы рекорд. Месье Саркози, 2007 йылда, үҙегеҙ әйтеүегеҙсә, эшһеҙлек кимәле 5 проценттан төшмәһә, эшмәкәрлегегеҙҙең уңышһыҙ буласағы хаҡында әйткәйнегеҙ. Мин һеҙҙе шуға ышандыра алам: эшмәкәрлегегеҙ уңышһыҙ булды.”


Һеҙ килтергән һандарға кире ҡайтырға рөхсәт итегеҙ, месье Олланд,- тип яуап бирҙе уға идара итеүсе Франция президенты,-улар дөрөҫ түгел, хәҙер мин Һеҙгә быны иҫбат итәм. Халыҡ- ара Хеҙмәт ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, был сығанаҡ менән Һеҙ бәхәсләшмәҫһегеҙ, тип уйлайым, эшһеҙҙәр һаны 2007 йылдан 2011 йылға ҡәҙәр 422 000-гә артты. Был да ҙур һан, 18,4 процентҡа үҫкән, әммә һеҙ әйткәндән яртылаш кәм. Беҙҙең ил һәм башҡа илдәр хаҡында һөйләшкәндә беҙ ошо күрһәткестәрҙән сығып эш итәйек.”


Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, йәкшәмбе үтәсәк президент һайлауҙарының икенсе турында француздарҙың 54 проценты Франсуа Олландҡа, 46 проценты Николя Саркозиға тауыш бирергә әҙер. Саркозиҙың Милли фронт менән бәйле өмөттәре аҡланманы. Марин Ле Пен үҙ яғында тороусыларҙы урнаға таҙа бюллетень ташларға саҡырҙы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий