Франция тын да алмай
көтөп тора: бөгөн кис президент һайлауҙарының икенсе турында ҡатнашыусылар
традицион телебәхәстә майҙан тотасаҡ.
Көн элгәре Париж
студияларының береһендә алышҡа етди әҙерлек барҙы. Һауа температураһы,
креслоларҙың уңайлығы, сығыштарҙың ваҡыты- барыһы ла Франсуа Олланд һәм Николя
Саркози һайлау алды штабы ағзалары тарафынан ентекле тикшерелде.
Йәрәбә буйынса,
социалистар кандидаты, күптәр уны еңеүсе булыр тип уйлай, беренсе булып һүҙ
аласаҡ. 2007 йылда икенсе турҙағы дәғүәселәр араһындағы телебәхәсте 20 миллион
француз ҡарағайны.
Һайлауҙарға 4 көн
ҡалғанда ла, тауыш бирәсәк кандидатын билдәләй алмағандар байтаҡ:
“Телевизорҙы ҡыҙыҡ
өсөн асам, әммә тауышымды бирер алдынан уларҙың нимә әйтерен белгем килә. Идара
итеүсе президент Милли фронтты бик үк өгөтләмәҫ, тип өмөтләнәм. Олланд юғарыла
ҡалыр, тип ышанғы килә,-”ти бер ир.
“Төрлө
ҡараштарҙың бәрелеше, теге йәки был кандидаттың нимә уйлауы һәр ваҡыт ҡыҙыҡ.
Әлегә ҡәҙәр Франсуа Олланд күп һөйләмәне. Николя Саркози,
уны мөйөшкә һырлыҡтырып, асылырға мәжбүр итһә, бик шәп буласаҡ,”-тип өҫтәне
икенсеһе.
“Минең уйымса,
һайлаусыларҙың күбеһе әле кемгә тауыш биреү мәсьәләһен хәл итмәгән, шуға күрә
был дебат һайлауҙарҙың нәтижәһенә ҙур йоғонто яһаясаҡ,-”тип ҡушыла өсөнсөһө.
Шаршамбы иртән
үткәрелгән һорашыуҙар буйынса, француздарҙың 53,5 проценты Франсуа Олланд өсөн,
ә 46,5 проценты Николя Саркози өсөн тауыш бирергә әҙер.
6 миллион үтә уң Милли
фронт һайлаусыларының тауыштары өсөн көрәштә Франсуа Олланд еңә кеүек. Көн элгәре
Марин Ле Пен урнаға буш бюллетень ташлаясағын белдерҙе, ә был иһә, күҙәтеү алып
барыусыларҙың фекеренсә, һул кандидатты яҡлауҙы аңлата.
Комментариев нет:
Отправить комментарий