воскресенье, 6 мая 2012 г.

Пекин: Клинтон ҡайтып китте, Чэнь тороп ҡалды.



 АҠШ- тың дәүләт сәркәтибе Хиллари Клинтондың Ҡытайға визиты тамамланды. Пекинда Америка һәм Ҡытай араһында мөһим һөйләшеүҙәр булып үтте. АҠШ һәм ҠХР араһындағы стратегик һәм иҡтисади диалог һуҡыр ҡытай хоҡуҡ һаҡлаусыһы Чэнь Гуанчеэн тирәһендәге ғауға менән йәмһеҙләнде.
Һөйләшеүҙәргә бер нисә көн ҡалғас, Чэнь, үҙенең һүҙҙәре буйынса, йорт тотҡонлоғонан ҡасып, Пекиндағы Америка илселегенә барып йәшенә. Диссидент әле дипмиссияла түгел, хәстәханала ята. Ул ғүмеренең ҡурҡыныс аҫтында булыуы, шунлыҡтан ғаиләһе менән АҠШ-ҡа китергә ниәтләүе хаҡында һөйләй.
Хәбәр итеүҙәренсә, Ҡытайҙың сит ил эштәр министрлығы Чэнь Гуанченға сит илдә “уҡыу өсөн” документтар тапшырырға рөхсәт иткән.
Ике ил араһында хәлдәр оҙаҡламай яйланыуы ихтимал.
“Ниндәйҙер башҡа илдең беҙҙең дәүләт эштәренә ҡыҫылыуы яҡшы түгел, әлбиттә. Әммә был үҙенә бер төрлө ваҡиға, Шуға күрә мин, Чэнь әфәнде иреккә сығып, тейешенсә дауалана алыр, тип өмөтләнәм.”
Ҡытай хоҡуҡ һаҡлаусылары ҠХР сит эштәр министрлығының белдереүен хуплап ҡабул итте, тик, эш оҙаҡҡа һуҙылмағайы тип, борсолоуҙарын белдерҙе. Уларҙың һүҙҙәре буйынса, властар, Чэнь өлгөһөнә эйәреүселәр күбәйер, тип ҡурҡа.



Комментариев нет:

Отправить комментарий