Яҙма рәүештәге теракт
өсөн төрмәгә ултырталармы? Францияла тарихта беренсе тапҡыр шартлатыуҙы
теорияла ғына башҡарған кешегә хөкөм сығарылған. Париж трибуналы Адлен Хишёрҙы
5 йылға төрмәгә ултыртыу хаҡында ҡарар сығарған. Франция һәм Алжир гражданины
булған ядро физикаһы белгесе “Әл- Ҡаиҙә”гә яҙған электрон хаты өсөн
ултыртыласаҡ. Унда ул Оборона министрлығы штаб- фатирына һөжүм итергә тәҡдим
итә.
Хөкөм ителеүсенең
адвокаты Патрик Бадуэн “Евроньюс”телефоны аша бына нимә белдерҙе:
“Уның ниәтен тәнҡитләргә мөмкин, борсолорға ла
мөмкин, әммә эштең һүҙҙә генә ҡалыуын күҙ уңында тоторға кәрәк. Әгәр ошо
логикаға таянып эш итһәк, йөҙҙәрсә интернет- ҡулланыусыларҙы рәшәткә артына
тығырға кәрәк буласаҡ, һәм улар араһында сығышы ислам донъяһы менән
бәйләнмәгәндәр ҙә байтаҡ. Үтә уңдар һәм үтә һулдарҙы ла уларға индерергә була.
Интернет- ҡулланыусылар һәр минут һайын иҫ киткес тәҡдимдәр индерә.”
Был эшкә башҡа
кешеләрҙең ҡатнашлығы юҡ. “Әл-Ҡаиҙә”гә хат яуапһыҙ ҡалды кеүек. Уның урынына
Николя Саркози фармандары үтәлә: "Тулуз атыусыһы" үлтерештәренән һуң, Франция
президентының белдереүе буйынса, виртуаль енәйәтселәр законға таянып хөкөм
ителә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий