понедельник, 7 мая 2012 г.

Францияның яңы президенты Франсуа Олландың еңеү телмәре.




Франция президенты булып һайланған Франсуа Олланд оҙаҡ йылдар үҙе етәкселек иткән Тюль ҡалаһы халҡы алдына еңеү телмәре менән сығыш яһаны. Бында ул йәкшәмбе көн тауыш биреү өсөн килгәйне.
“Күптәр уны оҙаҡ йылдар буйы көттө. Йәштәр быны белмәй. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән саҡтар байтаҡ булды. Өмөттө яңынан ҡабыҙа алыуым менән мин ғорурланам.
Республика президентының тәүге бурысы- граждандарҙы берләштереү, мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн һәр кемде дөйөм эшмәкәрлеккә йәлеп итеү. Мәсьәләләр иһә күп һәм ябай түгел.
Илебеҙҙе көрсөктән сығарыу өсөн, тәүге нәүбәттә сәнәғәтте аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Бурыстар мәсьәләһен хәл итеү өсөн, бюджет дефицитын ҡыҫҡартыу сараһын күрергә кәрәк.
Дәүләт ярҙамы тигеҙ бүленһен өсөн, социаль моделебеҙҙе һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ. Территориялар, ҡалалар һәм ауылдар араһында тигеҙлек булдырырға тейешбеҙ.
Мәғариф, экология, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, Европаны эш урындарын арттырыу һәм иҡтисади үҫеште тәьмин итеүгә табан йүнәлтеү эшмәкәрлегемдә беренсе урында торасаҡ.
Мин шуға ышанам: һайлау һөҙөмтәләрен Европа илдәрендә өмөт һәм һәйбәт кәйеф менән ҡабул иткәндәрҙер тип.
Һәм, ахыр ҙа, ҡаты экономия режимы. Проблемаларҙы хәл итеүҙең берҙән- бер юлы түгел был, Европаның иҡтисади үҫешен тәьмин итеү, яңы эш урындары булдырыу, тормошто яҡшыртыу хаҡында минең идеяларым бар, һәм мин был эшкә тотонасаҡмын. Ошо мәсьәләләребеҙ тураһында мин Европалағы партнерҙарыбыҙ һәм иң тәүҙә Германия менән кисекмәҫтән һөйләшергә теләйем.
Йәшәһен Республика һәм йәшәһен Франция!”

Комментариев нет:

Отправить комментарий